Полезное
Важное
Новости ⇒ hабантуй - 2019
Традиция буйынса һабантуйҙа тирмәләр конкурсы ойошторолдо. Сара БР-ҙың 100 йыллығына арналды. Жюри тирмә һәм ихаталарҙың йыйнаҡлығына, милли аш-һыуҙың төрлөлөгөнә, ҡунаҡтарҙы милли йолалар менән ҡаршылауҙарына ҡарап баһа ҡуйҙы.
Учалы филармонияһының тирмәһе барыһының да иғтибарын йәлеп итте, әллә ҡайҙан уҡ ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡыра ине. Ихатаға ҡунаҡтар килеп инеү менән һәүәҫкәр артистар бейеп ҡаршы алды. Шифалы үләндәр күргәҙмәһе лә ойошторолған, бер ситтә ағинәйҙәр йөн тетеү менән мәшғүл ине. Һәр яҡлап килештергәндәр, афариндар!
Гран-при күпселек тауыш менән Учалы филармонияһы тирмәһенә бирелде.