Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Вернуться к текущей дате

Полезное

Год семьи

ДАЛЕЕ

Год заботы о людях с ограниченными возможностями здоровья

ДАЛЕЕ

Учалинская филармония на портале Культура.РФ

ДАЛЕЕ

Башархив.РФ

ДАЛЕЕ

Кассы Ру

ДАЛЕЕ

Важное

Министерство культуры Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Республиканский центр народного творчества

ДАЛЕЕ

Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Культурный мир Башкортостана

ДАЛЕЕ

Россия против террора

  

ДАЛЕЕ

Архив

28.01.2022

12+

Шахтёр

12+

Спектакль

Пятница, 19:00

Цена : 400 hум

Спектакль шахтерҙың ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында. Уйламай әйтелгән һүҙҙәр һәм ғәмәлдәр бөтә донъяны емереп, бәхетте юҡҡа сығара. Бәхет өсөн күпме кәрәк икән ул? 

Спектаклде Сибай театры режиссеры Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Дамир Ғәлимов ҡуя. 

«Пьеса тәү ҡарамаҡҡа ябай тойола, әммә асылда ул ҡатмарлы драма. Шуныһы менән дә иғтибарҙы йәлеп итте. Унда шахтер ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, хәүефле производствола эшләгән кешеләрҙең тормошо сағылдырыла. Тамашасыларға шахтер һөнәренең ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнлеген күрһәткебеҙ килә», – ти режиссер Дамир Мәжит улы. 

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова таусылар ҡалаһы театры менән тәүге тапҡыр ғына хеҙмәттәшлек итмәй. Былтыр пандемия осоронда сибайҙар уның пьесаһы буйынса «Их, йәшәүҙәре рәхәт!» комедияһын тәҡдим ите. 

«Һәр әҫәрем йөрәк аша үтә, әммә “Шахтёр” ижадымда айырым урын алып тора. Пьеса ябай шахтёр ғаиләһе тураһында. Ләкин ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәре һәр ғаиләгә ҡағылған кеүек – ваҡиғаларҙа тормош сағылған. Мин һәр геройымды, улар ниндәй булһа ла, яратам. Тамашасылар ҙа уларҙы аңлар, үҙ итер, тип уйлайым», – ти драматург. 

Спектаклдең үҙенсәлекле биҙәлеше өҫтөндә Сибай театрының яңы баш рәссамы – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың театр сәнғәте өлкәһендәге «Тантана» дәүләт премияһы лауреаты Валерий Яшкулов эшләй. 

Көйҙө ситтән саҡырылған композитор Илсаф Вәдүтов ижад итә. 

Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов, артистар Зәлиә Хафизова, Салауат Вәлиев, Залина Усманова, Юлиә Мөхәмәтйәнова.


 




Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык.

 


Билеттар сайтта һатыла: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/events/
Пушкин картаһы менән менән алыу мөмкинлеге бар.
Беҙҙең спектаклдәргә билет - яҡшы бүләк!

____________________________________

Билеты в продаже на сайте: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/events/
Оплата возможна по Пушкинской карте.
Билеты на наши спектакли - отличный подарок!

Вход строго по QR-кодам!

Цена : 400 hум / тел: 8(34791) 6-13-56, факс: 8(34791) 6-00-13

Вернуться назад