Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Полезное

Год театра в России

ДАЛЕЕ

100-летие Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Всемирная фольклориада

ДАЛЕЕ

Электронные билеты РБ

ДАЛЕЕ

Важное

Министерство культуры Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Республиканский центр народного творчества

ДАЛЕЕ

Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Культурный мир Башкортостана

ДАЛЕЕ

Россия против террора

  

ДАЛЕЕ

Архив

Статьи
2019 2018 2017 2016 2015 2014 2013
Новости
2019 2018 2017 2016 2015

Йондоҙ булып балҡыйҙар

29.11.2019, автор: Вилиә Янбаева

"Яйыҡ" гәзите яҙылған.

Учалы филармонияһында фольклор коллективтары араһында ойошторолған “Етегән йондоҙ” конкурс-фестивале шаулап-гөрләп үтте.

Учалы филармонияһында фольклор коллективтары араһында ойошторолған “Етегән йондоҙ” конкурс-фестивале шаулап-гөрләп үтте. Ул быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Конкурс өсөнсө йыл рәттән Учалы филармонияһы һәм ҡала хакимиәте тарафынан уҙғарыла. Унда үҙебеҙҙең ҡала-райондан тыш, Силәбе өлкәһенән, Бөрйән, Архангел райондарынан килгән фольклор коллективтары көс һынашты. Был сара халыҡтың рухи тормошон байытыу, милли мәҙәниәтен үҫтереү, фольклор коллективтарын популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Был ижади байрамда икенсе йыл рәттән балаларҙың да ҡатнашыуы ҡыуаныслы күренеш. Бәйгелә борондан ҡалған күркәм йолалар, балаларҙың мауыҡтырғыс уйындары күрһәтелде, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән һаҡланып ҡалған йырҙары, көйҙәре моң шишмәләре булып урғылды. Фестиваль 2020 йылда республикабыҙҙа үтәсәк Бөтә донъя фольклориада байрамы алдынан ойошторолдо. Гала концертта номинанттарға, лауреаттарға һәм призерҙарға дипломдар тапшырылды.

"Иң яҡшы инструменталь ансамбль" исемен Ҡунаҡбай музыка мәктәбенең "Толпар" ҡурайсылар өлгөлө балалар ансамбле алып ҡайтты. "Һирәк инструменталь жанрҙы һаҡлаған өсөн" номинацияһында "Яйыҡ" ҡумыҙсылар ансамбле (Ҡунаҡбай ауылы) билдәләнде. "Оригиналь уйын тамашаһы" - "Любизар" фольклор ансамбле (Комсомольск сәнғәт мәктәбе), "Халыҡ мәҙәниәтенә тоғролоҡ өсөн" - Силәбе өлкәһенең "Ләйсән" бейеү ансамбле, "Йыр традицияларын һаҡлау" - Учалы филармонияһының "Сударушки" рус халыҡ хоры ансамбле, "Халыҡ традицияларына тоғролоҡ" номинацияһы Архангель районының "Хазина" ансамбленә тапшырылды.

Балалар араһында өсөнсө дәрәжә дипломға "Табын" ҡурайсылар ансамбле (Комсомольск) һәм 1-се Башҡорт лицейының "Бала саҡ" малайҙар хоры лайыҡ булды.

Ололар араһында өсөнсө урынға "Йәнбикә" фольклор ансамбле (Балбыҡ ауылы), "Ихлас" башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле (Архангельск) һәм "Умырзая" халыҡ фольклор коллективы (Бөрйән) сыҡты.

Икенсе дәрәжә диплом менән балалар коллективтары араһында "Аҡбуҙат" этно-ансамбле (Ураҙ), "Осҡондар" фольклор коллективы (Ахун) бүләкләнде. Ә ололар коллективтары араһынан икенсе урынды "Аҡ теләк" фольклор ансамбле (Ҡунаҡбай), С. Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының "Звонница" вокал ансамбле һәм "Гүзәлем" халыҡ фольклор ансамбле (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) алды.

Беренсе дәрәжә дипломды Учалы филармонияһының "Хазина" халыҡ фольклор ансамбле һәм "Һомай" фольклор ансамбле (Ураҙ) алды. Гран-приға "Әүешкүл йәшмәләре" фольклор ансамбле (Иҫке Байрамғол ауылының мәҙәниәт йорто, етәксеһе Әлфиә Ҡорамшина) һәм Ахун ауылының "Ынйыҡай" ансамбле лайыҡ булды.

Ижад байрамында шулай уҡ 80 йәшен билдәләүсе фестивалдең иң оло ҡатнашыусыһы Булат Миңдеғоловты тәбрикләнеләр.

Был ижади бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн "Етегән йондоҙ" фестивале йылы аралашыу булып иҫтәрендә ҡалыр тип ышанаһы килә.

 


Источник - https://yaikrb.rbsmi.ru/articles/on-line-ya-yly-tar/yondo-bulyp-bal-yy-ar/

Вернуться назад