Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728

Полезное

Всемирная фольклориада

ДАЛЕЕ

Год здоровья и активного долголетия

ДАЛЕЕ

Год науки и технологий

ДАЛЕЕ

Электронные билеты РБ

ДАЛЕЕ

Культура.РФ

ДАЛЕЕ

Башархив.РФ

ДАЛЕЕ

Стопкоронавирус

ДАЛЕЕ

Важное

Министерство культуры Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Республиканский центр народного творчества

ДАЛЕЕ

Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Культурный мир Башкортостана

ДАЛЕЕ

Россия против террора

  

ДАЛЕЕ

Архив

Новости
2021 2020 2019 2018 2017 2016 2015

Галим Батыршин

Вокалист

Бөгөн #УФ_йөҙҙәрҙә_тарих тип исемләнгән рубрикабыҙ ҙа ҡунаҡта республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты- Ғәлим Әхмәт улы Батыршин!
Мин Учалы филармонияһында эшләгән йылдарымды, оло бер яҡты хәтирә итеп күңел түрендә һаҡлайым . Рәхмәтлемен ул йылдарҙа бергә эшләгән барлыҡ коллегаларыма, филармонияны асыуға күп көс һалған етәкселәргә! Минең музыка буйынса һөнәри белемем булмаһа ла, йырсы итеп эшкә саҡырҙылар. Ул ваҡытта мин Учалы ҡалаһы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй инем, "филармония асабыҙ, Ғәлим Әхмәт улы һеҙ ике телдә (башҡорт һәм урыҫ) оҫта йырлайһығыҙ" - тип эшкә "ҡоҙалағастары" ҡуш ҡуллап риза булдым.
Филармонияға республикабыҙҙың төрлө райондарынан талантлы, энергиялары ташып торған, сәнғәтте һөйә белгән, йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр эшкә килде. Шулай итеп Учалы филармонияһы асылыуы өр-яңы таланттар асырға ярҙам итте. Башҡортостан сәнғәте күгендә яңы исемдәр ҡалҡып сыҡты.

Эх, ғүмерҙәрҙең һиҙҙермәй генә үтеп барыуы..... Хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды...

2001 йыл тәүге гастрольде беҙ хозур тәбиғәтле Бөрйән районынан башлап ебәргән инек. Көндөҙ йәмле Ағиҙел, Үҙән буйҙарында балыҡ тотоп, һыу инеп ял иттек, кисен ауыл клубтарын дер-һелкетеп, тамашасыларҙың сәпәкәй итеүҙән устары ҡабарғансы концерттар ҡуйҙыҡ. Шул уҡ йылды Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй һабантуйында ла ҡатнаштыҡ.

Филармония быйыл үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын үткәрергә йыйына, ошо уңайҙан барлыҡ ижади коллективты ҡотлайым! Ижади уңыштар, яңынан-яңы матур сығыштар, тамашасы һөйөүе, ғәилә именлектәре теләйем!!!

Вернуться назад