Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Полезное

Год семьи

ДАЛЕЕ

Год заботы о людях с ограниченными возможностями здоровья

ДАЛЕЕ

Учалинская филармония на портале Культура.РФ

ДАЛЕЕ

Башархив.РФ

ДАЛЕЕ

Кассы Ру

ДАЛЕЕ

Важное

Министерство культуры Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Республиканский центр народного творчества

ДАЛЕЕ

Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан

ДАЛЕЕ

Культурный мир Башкортостана

ДАЛЕЕ

Россия против террора

  

ДАЛЕЕ

Архив

24.01.2022

12+

Урал бөркөтө

12+

Спектакль

Понедельник, 19:00

Цена : 400 hум

“Урал бөркөтө” спектакле башҡорт драматургы, яҙыусы, шағир, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевтың “Муса Мортазин” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән. 
Оптимистик драма легендар комбриг, граждандар һуғышы осорондағы башҡорт ғәскәрҙәрен етәкләгән атаҡлы командир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Муса Лут улы Мортазин иҫтәлегенә бағышлана, уның тыуыуына 130 йыл тулыуына арнала. 
Граждандар һуғышы осоро. Ҡыҙылдар үҙҙәренә ҡушылыусы башҡорт ғәскәрҙәрен бөтөнләй ҡоралһыҙландыра башлай. Мортазин полкы был хәл менән килешмәй. Шуға ла ул бер аҙ ваҡыт Колчак ғәскәрҙәрендә Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры булып йөрөй. Унан үҙ бригадаһы менән ҡабат ҡыҙылдар яғына сыға, аҡ поляктарға ҡаршы һуғыша. Ҡыйыулығы өсөн Революцион хәрби Совет Муса Лут улы Мортазинды өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән, алтын сәғәт, яҙыулы көмөш ҡылыс менән бүләкләй. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Башҡортостан хөкүмәтендә Республиканың хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары булып эшләй. 
М. Мортазиндың абруйы үҫеүе ҡайһы бер кешеләргә оҡшап етмәй. Уның өҫтөнән Мәскәүгә төрлө ялыуҙар оса. Иле, халҡы өсөн янып йәшәгән атаҡлы полководец, башҡорт халҡының легендар улы Муса Мортазин нахаҡҡа ғәйепләнә, үлем язаһына хөкөм ителә, күп тә үтмәй аҡлана. 
Яҡташыбыҙҙың эшләгән эштәре, халҡы өсөн түккән көсө, ғаиләһе өсөн янып йәшәүҙәре бушҡа китмәне. Ваҡыт үтеү менән халҡы уның бөйөклөгөн дә, бейеклеген дә үҙе билдәләне. Мортазиндың “Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну” китабы баҫтырыла, музейы асыла. Унда геройҙың наградалары, ҡылысы, шәхси әйберҙәре һәм XX быуат башына хас антиквариат әйберҙәре һаҡлана. Өфө, Учалы, Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында Муса Мортазин хөрмәтенә урамдар бар. Р. Устинованың «Шипы и розы комбрига Муртазина» тип аталған фильмы донъя күрә. 
Геройҙың ҡыҙы, Шәүрә Мортазина, бөтөн ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, башҡорт сәнғәтенең данлыҡлы оҫтаһы булып таныла. Ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем аталарының нахаҡҡа рәнйетелеүе, атып үлтерелеүе өсөн әрнеп йәшәй. Шуға ла тормош дөрөҫлөгөн асыу маҡсатында атаһы хаҡында сценарий яҙа… 


 




Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрре С.Ғ.Әфләтунов, 
Композитор – РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт әшмәкәре, БР-ҙың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың халыҡ артисы Н.Ә.Дауытов. 
Сәхнәне биҙәү – С.Ғ.Әфләтунов, Л.В.Ғарипова, Ю.Ғ.Сиражетдинова. 

Ролдәрҙә: 

Муса – Нәфис Сәйетов 

Шәүрә – Айгөл Зәйнуллина, Залина Усманова 

Фәтихә – БР-ҙың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова 

Фәтихә (йәш сағы) – Юлиә Мөхәмәтйәнова 

Сталин – БР-ҙың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин 

Красникин – Вадим Ғилманов, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин 

Буденный – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов, Салауат Вәлиев 

Сараева – БР-ҙың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Резеда Сафиуллина 

Сотник – Салауат Вәлиев 

Ординарец – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин, Вадим Ғилманов 

Күмәк сәхнәлә – театр артистары.


 




Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык.

 

 



Билеттар сайтта һатыла: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/events/
Пушкин картаһы менән менән алыу мөмкинлеге бар.
Беҙҙең спектаклдәргә билет - яҡшы бүләк!

____________________________________

Билеты в продаже на сайте: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/events/
Оплата возможна по Пушкинской карте.
Билеты на наши спектакли - отличный подарок!

Вход строго по QR-кодам!

Цена : 400 hум / тел: 8(34791) 6-13-56, факс: 8(34791) 6-00-13

Вернуться назад